Ауыл хужалығы. Йыл йомғаҡтары.

Ауыл хужалығы техникаһының ҡатмарлы механизмдарын Илнар Ғиззәтуллин үҙенең биш бармағы кеүек белә. Әле егет Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжының һуңғы курсында уҡый. Ҡышҡыһын парта, йәйге миҙгелдә комбайн штурвалы артында ултырған студент быйылғы ураҡ кампанияһы барышында ҙур уңышҡа ирешә. Ул тыуған ауылындағы хужалыҡта 2 мең 948 тонна ашлыҡ һуға. Был күрһәткес менән Илнар республикала иң яҡшыһы тип таныла.

Йәш механизаторҙың фиҙаҡәр хеҙмәте Башҡортостан кимәлендә юғары баһаланды. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров алдынғы комбайнсыға «Лада Гранта» автомобиле асҡысы тапшырҙы. Дәрләндереү сараһына тағы ла тиҫтәләгән ялан батыры лайыҡ булды. Аграрийҙар өсөн быйылғы миҙгел айырыуса ҡулай килде. Яҙ сәселгән орлоҡ, көҙ мул уңыш менән һөйөндөрҙө. Барлығы 5 миллион тоннанан ашыу иген йыйып алынды. Был - Башҡортостан тарихында дүртенсе ҡаҙаныш. Төбәк һуңғы тапҡыр бындай күрһәткескә совет осоронда ирешкән.

Бөгөн республикала импортты алмаштырыуға, шулай уҡ запас частар сығарыуға баҫым яһала. Беҙҙең предприятиелар ауыл хужалығы техникаһының 150-нән ашыу төрөн, уға 3 меңгә яҡын деталь сығара. Хәҙерге осорҙа ауыл хужалығы ерҙәре, агропродукция стратегик ресурсҡа әүерелә. Бөгөн ҡайһы бер райондарҙа буш майҙандар ҡалмаған тиерлек, шул уҡ ваҡытта күп кенә участкалар һөҙөмтәһеҙ ҡулланыла. Радий Хәбиров билдәләүенсә, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү өсөн уларҙы әйләнешкә индеререү талап ителә.

Юғары ҡаҙанышҡа ер кешеһенең сифатлы орлоҡтарға өҫтөнлөк биреүе лә ыңғай булышлыҡ итә. Был йәһәттән быйыл республика селекционерҙары «Сулпан-9» ужым арышы сортын сығарған. Эксперттар фекеренсә, был культура сит ил гибридтарына лайыҡлы алмаш. Әммә юғары уңыш республикала проблемалар булыуын да күрһәтте. Бөгөн ҡайһы бер төбәктәрҙә бөртөклө культураларҙы һаҡлау ҡеүәттәре етешмәй, шуға ла хужалыҡтар урылған ашлыҡты ваҡытлыса баҫыуҙа ҡалдырырға мәжбүр булды. Мәсьәләне хәл итеү өсөн киләһе ике йылда Башҡортостанда 10 элеватор төҙөү ҡарала.

Быйыл Ауырғазы районында «Уңыш» компаниялар төркөмөнөң элеватор һәм селекция- орлоҡсолоҡ үҙәге сафҡа инде. Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев Башҡортостанға эш сәфәре барышында хужалыҡ эшмәкәрлеге менән танышты. Сентябрҙә Белоруссияның «Амкодор» компанияһы ла Өфөлә завод төҙөй башланы. Яңы предприятие игенде киптереүсе ҡорамалдар етештерәсәк. Күләмле инвестиция проекттары тармаҡтың башҡа йүнәлештәрендә лә етерлек. Атап әйткәндә, яңыраҡ Йәрмәкәй районында малсылыҡ комплексы төҙөлөшө тамамланды. Күләмле инвестиция проекты 100-ҙән ашыу кешене эш урыны менән тәьмин иткән.

Хужалыҡ етәкселеге һыйырҙарҙы каруселгә баҫтырған. Ғәҙәти булмаған аттракционға малдар күңел асырға түгел, ә тәүлегенә өс тапҡыр һауҙыртыу өсөн килә. 2030 йылға Башҡортостанда ошондай индустриаль һөт фермаларын 50-гә еткереү бурысы ҡуйыла. Был республика баҙарын ғына түгел, ә күрше төбәктәрҙе лә һөт менән тәьмин итеү мөмкинлеге бирәсәк. Әле үк юғары сифатлы тәбиғи һөт күләменең артыуы күҙәтелә. Тауар һөтөнөң өстән бер өлөшөн һуңғы йылдарҙа төҙөлгән 15 заманса һөт комплексы етештерә.

Биш йыл элек кенә Башҡортостанда мал аҫрауҙа заманса технологиялар ҡулланылған ҡеүәтле һөт комплекстары эшләүен күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын ине. Ә бит тап ошондай мегафермалар ауыл хужалығы тармағының киләсәген билдәләй. Әле республикала һөтсөлөк фермалары төҙөүгә һәм һөт эшкәртеүгә йүнәлтелгән ике тиҫтәнән ашыу 23 проект тормошҡа ашырыла. Уларҙың дөйөм хаҡы - 26 миллиард һум. Күпселеге- юғары әҙерлек кимәлендә, бөгөнгә планлаштырылған финанстарҙың яртыһынан ашыуы файҙаланылған да инде.

Көнбайыш илдәрҙең санкциялары шарттарында республикала тоҡомло таналар ҡайтарыу ҡатмарлашты. Уның ҡарауы, хәҙер малдар пробиркала үрсетелә. Быйыл Өфөлә Генетика һәм эмбриология өлкәһендә прогрессив технологиялар үҙәге эш башланы. Заманса ҡоролмалар ярҙамында тоҡомло мал һанын ишйәтеү, бар тереклектең гендарын тикшереү мөмкинлеге тыуҙырылды. Уның төп бурысы - малсылыҡтың продуктлылығын арттырыу һәм импортҡа бәйлелек кимәлен кәметеү.

Пробиркала үрсетелгән эмбриондарҙан тәүге быҙауҙар алына. Кушнаренко районындағы был таналар быйыл яҙ донъяға килгән. Дөйөм алғанда, ит һәм һөт буйынса республика Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә, әммә эшкәртеү түбән кимәлдә. Шуға ла аҙыҡ-түлек етештереү күләме буйынса төбәк Волга буйы федераль округында бишенсе урынды ғына биләй. Был беҙҙең кимәл түгел, бының өҫтөндә эшләргә кәрәк, тине Башҡортостан башлығы.

Илдар Байбулатов