Легендар комдивҡа һәйкәл халыҡ күңелендә күптән ҡуйылған. Ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ, берҙәмлек гимнына әйләнгән Шайморатов йырын һәр кем яттан белә. Хәҙер был көйҙө Өфөнөң Совет майҙанындағы куранттар ҙа һуға. Ваҡыт сылбыры аша Батыр даны мәңгелеккә тыуған иленә ҡайтты. Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреүҙе һорап халыҡтың берҙәм күтәрелеүе һөҙөмтәһе булып биләмәлә монументаль ансамбль ҡалҡып сыҡты.
Ҡылыс ҡындан сығарылған, әммә яуға саҡырып юғары сөйөлмәгән. Хәнйәр тотоп килгән һәр кемгә ҡаршы тороусы көс. Шайморатовтың бронза һыны ғына ла дошманда ҡурҡыу, ә үҙ халҡында ғорурлыҡ, илһөйәрлек тойғолары уята.
Алты йөҙ мең ҡултамға, хисапһыҙ хат-мөрәжәғәт - республика кимәлендә Миңлеғәле Шайморатовтың яҡты иҫтәлеген тергеҙеү, исемен ҡайтарыу буйынса ҙур эш башҡарылды...
Тарихи документтарға таянып сәхнәләштерелгән «Ат уйнатып алдан бара» спектаклендә ла легендар яҡташыбыҙҙың тап кешелеклек сифаттары асып һалынды. «Бөркөттәрем» тип өндәшә ул хәрби хеҙмәттәштәренә. Ысын мәғәнәһендә, халыҡ һөйөүен яулаған рухлы тамаша.
Ҡырҡ йылдан һуң «Ҡыҙыл паша» спектакле йәнә сәхнәлә. Советтар Союзының Ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле, күренекле дипломат Кәрим Хәкимовты ғәскәрһеҙ генералға тиңләргә мөмкин. Бер ниндәй ҡоралһыҙ Халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытып, дәүләттәр араһында дуҫлыҡ күпере һалған шәхес образын ваҡытында күренекле сәнғәт әһеле Әхтәм Абушахманов тыуҙырғайны.
Тарих тулҡынын бер урында туплаусы көс. Былтыр Өфө үҙәгенә мең ярым тонналыҡ якорь ташланды. Легендар яҡташыбыҙ, Арктиканы өйрәнгән билдәле сәйәхәтсе Валериан Альбановтың тыуған төйәге һаналған биләмәлә ҡотопсолар музейы асылды. Карапты хәтерләткән йортта данлыҡлы шәхестең исеме заманса яңғыраш табып, хәҙер үҫеп килгән быуынды ла магнит көсөндәй үҙенә ылыҡтыра.
1912 йылда Валериан Альбанов Георгий Брусиловтың ҡотопсолар экспедицияһына ҡушылып, «Изге Анна» шхунаһында штурман булып Төньяҡ диңгеҙ юлына сыға. Оҙайлы һәм ҡатмарлы сәфәрҙән иҫән ҡайтҡан ҡаһарман яҡташыбыҙ фәнде яңы асыштар менән байыта.
Баш ҡаланы тарихи үҙәгендә музейҙарҙан торған квартал булдырыу күҙаллана. Альбанов исемен мәңгеләштергәне - тәүге проект ҡына. 2024 йылда Федор Шаляпин һәм «Ҡайтарылған исемдәр» музейҙарын асыу планлаштырылған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү өҫтөндә эҙмә-эҙлекле эш башланды.
Өфө губернаторы Лев Норд, дәүләт эшмәкәрҙәре Муллайән Халиҡов менән Александр Серебровский- буласаҡ музей концепцияһына ярашлы, ҡырҡҡа яҡын шәхестең биографияһы аша 19-20-cе быуаттарҙағы республика, ил тарихы яҡтыртыласаҡ.
Әлегә Башҡортостандың Милли музейы хеҙмәткәрҙәре «Ҡайтарылған исемдәр» музейының проектын әҙерләй. Архивтарҙа эҙләнеү эштәре бара. Республика, тотош ил үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәр тураһында табылған һәр яңы документ, фотоһүрәт, тарихи мәғлүмәт яңы мәҙәни комплекстың асылыуына ышаныслы этәргес.
Гөлназ Хәйбуллина