Йәмәғәт урындары. Йыл йомғаҡтары.

Зилә Минһаж ҡыҙы был урынды күҙәтеү ҡулсаһы булған ваҡыттан алып хәтерләй. Йәштәр ҡош осар бейеклектән ҡаланы күҙәтергә, бер-береһе менән осрашырға йыйылған. Ҡала менән сәнәғәт зонаһын тоташтырыусы парк быйыл «Офоҡто ашатла» исеме аҫтында яңынан йәнләнә.

Күпселек туристарҙың Көньяҡ Урал буйлап сәйәхәте тап Белореттан старт алған кеүек, йәмәғәт урындарына йомғаҡты ла металлургтар ҡалаһынан башлау юҡҡа түгел. Тап урындағы «Офоҡто ашатла» паркы 2022 йылдың төп асышы. Ул халыҡ-ара конкурстарҙа еңеү яулап, Башҡортостандың йәмәғәт урындары юғары кимәлгә күтәрелеүен раҫланы. Металл таҫма рәүешендәге баҫҡыс парктың йөҙөҡ ҡашы. Ул ҡаяға үрмәләү урындарын, күҙәтеү майҙансыҡтарын берләштерә, яр буйы менән тәбиғәт һәйкәленең юғары нөктәһенәсә өҙлөкһөҙ бәйләнеш булдыра. Баҫҡысты эшләгәндә геологик һыҙаттар, рельеф үҙенсәлектәре тулыһынса һаҡланған.

Үҙгәртеп ҡороу фокусы мегаполистарҙан бәләкәй ҡалаларға һәм тарихи биләмәләргә күсә. Унда йәмәғәт киңлектәренең яңырыуы урында йәшәүселәрҙең тормошон да ыңғай яҡҡа үҙгәртә.

Штурвал артында тороусы Камилә менән Самира үҙҙәрен карап капитаны итеп хис итә. Тап бында 18-се быуат аҙаҡтарында йөк ташыусы баржалар туҡтаған. Ғаилә менән ял итеү өсөн яңы урын металлургтар ҡалаһында ғына түгел, «ҙур химия» үҙәгендә лә булдырыла.

Төҙөкләндерелгән ҡала хәүефһеҙлек тойғоһо бирә. Йәмәғәт урындарында 10 видеокүҙәтеү ҡоролмаһы, 65 фонарь ҡуйылған. Биләмә тиҫтәләгән гирлянда менән биҙәлгән. Яңыртыу берҙәм ҡала концепцияһын булдыра.

Стәрлетамаҡтар өсөн Ашҡаҙар буйы - ял, ҡояшта ҡыҙыныу өсөн пляж ғына түгел, ә тарихи урын. 1760 йылда асылған пристань сауҙагәрлекте үҫтерергә, тәүге кибеттәр, аҙыҡ-түлек келәттәрен асырға, яңы йорттар, сиркәү һәм административ биналар төҙөргә мөмкинлек бирә.

Балыҡ тотоу, ташҡынды күҙәтеү, һыу инеү - ҡала халҡының тормошо Ашҡаҙар яры буйында үтә. Ә бай тарихты хәҙер паркта урынлашҡан тоҙ скульптураһы хәтерләтә.

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә берҙән-бер оазис - «Ҡашҡаҙан» паркы. Ләкин ул да ҡасандыр ташландыҡ хәлдә, күлдә һыу инерлек түгел, һаҙлыҡҡа әйләнгән була. Таҙартыу өсөн унан 40 меңгә яҡын йөк машинаһы тонналап бысраҡ һәм көнкүреш сүп-сары сығарыла. Һөҙөмтәлә күл тағы дүрт метрға тәрәнәйтелә. Быйыл ундағы фонтан күҙ яуын алырлыҡ матурлыҡҡа әйләнде. Хәҙер уға һоҡланырға республика райондарынан ашҡынып киләләр.

Музыкаль фонтан көйөнә үҙ таҡмаҡтарын әйтеп Салауат районының Малаяҙ ағинәйҙәре өҙә баҫа. 100 метр оҙонлоҡҡа, 25 метр бейеклеккә урғылған, лазер ярҙамында яҡтыртылған бейеүсе-фонтан бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Хатта, уны Дубайҙың үҙе менән сағыштырыусылар ҙа булды. Быға Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсы»нда 5 проекттың еңеүе асыҡ дәлил.

Беҙҙең уртаҡ хыялыбыҙ - тораҡ пункттарҙы төҙөк, зауыҡлы һәм таҙа итеү, хәҙер был эшкә күберәк көс һәм сығымдар һалабыҙ, тине Республика башлығы Радий Хәбиров та. Дүрт йыл эсендә 7 мең ярымға яҡын күп фатирлы йорттарҙың подъездары ремонтланған. «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты буйынса 560 йәмәғәт урыны яңырыу кисергән «Башҡорт ихаталары» программаһы ла яҡшы күрһәткестәр менән ҡыуандыра.

Йәмәғәт киңлектәре тормошобоҙ көҙгөһө, мөхит сағылышы. Уны хатта, йыһангирҙәр ҙә күҙәтә. «Роскосмос» белгестәре халҡы миллион кешенән ашҡан йәшел ҡалалар исемлеген баҫтырҙы. Өфө 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса өсөнсө урынға лайыҡ булды. Йәшеллек, уңайлыҡтар зауыҡлы заманға табан юлыбыҙ. Бергәләп!

Әлфинә Килдейәрова