Дөйә - «Шүлгәнташ» мәмерйәһендә иң һуңғы табылған һүрәттәрҙең береһе. 2017 йылда тулыһынса асылған ҡомартҡының бер өлөшө Отто Николаевич Бадер тарафынан 1976 йылда уҡ табылған. Быуаттар ағымында кальцит шекәрәһе менән ҡапланған һүрәттең бер нисә этапта асылыуын күрергә була. Белгестәр мәҙәни ҡомартҡыны механик юл менән таҙартыуға ирешкән. Ташҡа яҙылған тарих «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комлексында һаҡлана.
Планетабыҙҙа кешелек цивилизацияһы барлыҡҡа килгән урындарҙың береһен тәү башлап Александр Рюмин 1959 йылда өйрәнә башлаған. Хәҙер уны халыҡҡа күрһәтеү менән бер рәттән, төп нөс[әләрен һаҡлау бурысы ла тормошҡа ашты. Көньяҡ Уралдағы Тәүтормош кешеләре төшөргән данлыҡлы һүрәттәрҙең күсермәһе өс экспозицияла тәҡдим ителә. Франция белгестәре тарафынан уларҙың һәр миллиметры, формаһы мәмерйәләгеһенә тура килтереп яһалған. Экспозиция төҫлө ут ярҙамында яҡтыртылып боронғо заманды күҙ алдына баҫтыра. Шулай уҡ тарихҡа ҡул менән дә ҡағылырға була.
Бында мәмерйәлә төшөрөлгән хайуандарҙың баш һөйәктәре киҫәктәре ҡуйылған. Мамонттыҡы, уның яңаҡ һөйәге, Пржевальский атыныҡы, йөнтәҫ носорогтыҡы. Улар бөтәһе лә Яҡут республикаһынан килтерелгән. Ә был бизондың баш һөйәге Бөрө ҡалаһы янында Ағиҙел йылғаһында табылған. Башҡа музейҙарҙан айырмалы экспонаттарҙы тотоп ҡарарға ярай.
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, боронғо кешеләр һүрәттәрҙе 20 төҫлө буяу менән төшөргән. Музей лабораторияһында хеҙмәткәрҙәр уның 16 төрөн сығарыуға ирешкән. Охра өсөн ҡурсаулыҡтағы һоро һәм ҡыҙыл тимерташтар, аргилит ҡулланыла, ул ҡыҙыу мейестә яндырылып онтала.
Киләһе төп маҡстаттарҙың береһе - «Шүлгәнташ» мәмерйәһен донъя мәҙәниәте ҡомартҡылары исемлегенә индереү. Музей комплексы проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан ғалимдар алдында тағы ла бер ҙур бурыс тора. Шишмә районында, Турахан һәм Хөсәйенбәк кәшәнәләре нигеҙендә Евразия Күсмә цивилизациялар музей комплексын булдырыу.
Донъяуи кимәлдәге әһәмиәткә эйә «Торатау»ҙы һаҡлау буйынса ла экологик проект быйыл ғәмәлгә ашты. Тауға туристар баҫҡыс буйлап артыласаҡ. Шиханға ул башлыса, ял итеүселәр «Ҡыҙыл китап»ҡа ингән үҫемлектәрҙе тапамаһын өсөн эшләнгән.
Ошондай уҡ тимер баҫҡыс Архангел районындағы Асҡын боҙ мәмерйәһенә алып менә. Махсус ҡулайлама ярҙамында унда коляскалағы инвалидтар ҙа күтәрелә аласаҡ. 200 метрлыҡ тимер ҡоролма Рәсәй Президенты фонды һәм Ростуризм грантына төҙөлгән.
Быйыл хатта, насар күреүсе балалар өсөн дә сәйәхәт итеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. «Башҡортостан йөрәгенә сәйәхәт» проекты сиктәрендә Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 150 бала Ғафури районында халыҡ кәсептәре оҫтаханаһын барып күрҙе. Тирмәләрҙән торған комплекс райондың «Еҙем» тәбиғәт паркына ингән Имәндәш ауылы эргәһендә урынлашҡан.
Ил сиктәре ябылып эске туризмға ихтыяж артҡас республикала сәйәхәтселәр өсөн заманса глэмпингтар асылды.
Ғафури районының был мөйөшөн Бәхтейәровтар үҙҙәре турист булып Еҙем йылғаһы буйлап ағып төшкән саҡтан үҙ иткән. Ғаилә ерҙе ҡуртымға алып, юл һалдырып, электр үткәреү менән «A-frame» стилендә йорттар төҙөгән. Глэмпинг йыл әйләнәһенә йәшәүгә иҫәпләнгән. Ял базаһы киләсәктә тағы ла ҙураясаҡ.
«Йыл маршруты» туғыҙынсы Бөтә Рәсәй турист премияһы финалының Өфөлә үтеүе лә осраҡлы түгел. Баш ҡалала илдең 63 төбәгенән 296 проект презентацияланды. Юғары балл йыйған 15 төбәк араһынан беренсе урынды Башҡортостан яуланы. Турист һуҡмағынан сыбарланған Башҡорт иле тағы ла яңы маршруттар менән байыны.
Рәмилә Исмәғилева