Республика етәксеһе был мөмкинлекте «Теләктәр шыршыһы» акцияһында ҡатнашып алды.
Яңы йыл алдынан һәр бала мөғжизә көтә. Хыялдарҙың тормошҡа ашыуына ышанып улар ҡыш бабайға хаттар яҙа. Был теләктәр һис шикһеҙ үтәлергә тейеш , ти Радий Хәбиров. Республика башлығы ла шышршыға эленгән бер нисә үтенесте алды.
Быйыл акция «Башҡортостан» концерт залы менән берлектә уҙғарыла һәм бүләктәрҙән тыш сабвйҙарҙың ижади үтенестәре лә тормошҡа ашырыла. Балалар артистар менән осрашыу, музей, театрҙарға барыу теләктәрен еткерә. Быйыл башлыса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына иғтибар бүленә, тине Радий Хәбиров.
«Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһы 2018 йылдан алып ойошторола. Етем, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙың хыялдарын тормошҡа ашырыу маҡсатында барлыҡҡа килгән сара меңәрләгән балаға яңы йыл мөғжизәһе бүләк итте.