Яңы йыл төнөндә Башҡортостандың 112 системаһына 9 мең самаһы шылтыратыу ҡабул ителгән

Башлыса мөрәжәғәттәр «ашығыс ярҙам» саҡыртыуға бәйле. Әгәр ғәҙәти көндәрҙә бер диспетчер тәүлегенә 600-ләп шылтыратыу ҡабул итһә, Яңы йылда был күрһәткес 200-300 тиклем етә. Байрам көндәре үткәнсе көн дә 15-ләп хеҙмәткәр дежурҙа ҡала.