Өфөлә травматология бүлегенә беренсе ғинуарҙа ғына 100-гә яҡын пациент мөрәжәғәт иткән

Табиптар өсөн Яңы йыл байрамдары, ғәҙәттәгесә, эш урынында үтә, Өфөнөң 21 ҡала клиник дауаханаһының травматология бүлегенә беренсе ғинуарҙа ғына 100-гә яҡын пациент мөрәжәғәт иткән. Зыян күреүселәр башлыса тау шыуып йәки юлдарҙағы боҙҙа тайып йығылып йәрәхәтләнгән. Беҙҙең ижади төркөм дауаханаларҙа йәрәхәтләнеүселәр менән аралашты.

Яңы йылдың беренсе көнө Вадим өсөн күңелһеҙ башланған. Тау шыуғанда ул бағанаға бәрелгән, һөҙөмтәлә аяғын йәрәхәтләгән. Ауырытыу икенсе көндә лә баҫылмағас, ул 5-се дауахананың травпунктына мөрәжғәт иткән.

Урамда китеп барғанда тайып йығылған, конькиҙа шыуғанда ҡулын ауырттырған, башына ҡар төшөү сәбәпле, мейеһе һелкенгән. Тотош ил ял иткән ваҡытта ла табиптар кеше һаулығы һағында. Байрамдарҙа дауаханаға мөрәжәғәт итеүселәр һаны арта, ти белгестәр.

Белгестәр әйтеүенсә, йәрәхәтләнеү осраҡтары байрам кәйефе менән хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итеүгә бәйле. Күңел асыу, спорт уйындарында ҡатнашыу, юлдарҙа иғтибарһыҙ булыу ғәҙәттән тыш хәлдәргә килтерә. Күптәр ял сәғәттәрендә уяулығын юғалтыусан..

Яңы йыл байрамдарында баш ҡаланың травпункттары көсөргәнешле режимда эшләй. Төрлө йәрәхәттәр алған, тән өлөштәрен туңдырыусылар унда тәүлек әйләнәһенә мөрәжәғәт итә ала. Табиптар билдәләүенсә, күңелһеҙ осраҡтарҙың күбеһе кешеләрҙең алкоголь эсемлектәр менән мауығыу һөҙөмтәһендә теркәлгән. Балалар иһә тау шыуғанда, конькиҙа йөрөгәндә йәрәхәтләнгән. Ял көндәре файҙалы һәм хәүефһеҙ үтһен өсөн, белгестәр иғтибарлы булырға саҡыра.

Лилиә Мәҡсүтова