Броня ныҡ, «Урал» машинаһы шәп! Мобилизация буйынса махсус операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ республика халҡына гуманитар ярҙам өсөн рәхмәтен белдерҙе. Бронялы Уралдарҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Донбасҡа сәфәре барышында яугирҙарға тапшырғайны. Хәрбиҙәр әле уларҙы яу шарттарында һынап ҡараған. Башҡортостандан оҙатылған техника үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеп өлгөрҙө ти Украина фашистары менән алышҡан яугир яҡташтарыбыҙ.