Өфөлә «Ҡышҡы һабантуй» фестивале сиктәрендә йолаға әйләнгән Самауырҙар конкурсы үтте

Саф һауала күмәкләп сәй эсеү өсөн көндөң ҡарлы-буранлы булыуы ла ҡамасауламаны. Фестиваль ҡатнашыусылары менән БЮТ хәбәрсебеҙ Әлфинә Килдейәрова осрашты

Был һабантуйҙа яҙғы сәсеү эштәре тураһында һүҙ бармай, ләкин байрам шулай уҡ халыҡсан, төрлө уйындар, күңел асыу менән үтә. «Ҡышҡы һабантуй»ҙың төп үҙенсәлеге - ул самауырҙар конкурсы. Нефтекаманан Рәмзилә Аҡмалова фестивалгә 85 самауыр алып килгән. Улар араһында семәрләп эшләнгәне лә, ваҡытты күрһәтеүесе лә, хатта ракета формаһында яһалған самауырҙар бар.

Электр сәйнүктәре ҡунаҡсыллыҡтың төп символы булып һаналған самауырҙы киң ҡулланылыштан сығарһа ла, күмер, тапсыҡтар һәм ҡайһы бер осраҡтарҙа тубырсыҡтар ярҙамында ҡанатылған һыу тәме менән айырылып тора. Күмәкләп сәй эсеү күңелле булһын өсөн фестивалдә ҡатнашыусылар төрлө тәмлекәстәр алып килгән.

Фестивалдә ҡатнашырға республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгәндәр. Һауа торошоноң боҙолоп тороуы конкурсанттарға бер ҙә ҡамасауламай. Сағыу костюмдар, гармун көйөнә бейеүҙәр, өҫтәл тулы һый. Бындай шарттарҙа жюри ағзаларына ғына еңеүсене һайлау ауырға төшәсәк.

«TERRA ZIMA 2023» яңы йыл каникулы фестивале иртәгә Ағиҙел яры буйында дауам итәсәк. Унда «Атлы сана экипаждары парады» һәм «Саңғы-уҡ биатлоны» уҙғарылыуы көтөлә.

Әлфинә Килдейәрова