Республикала 10 ғинуарға тиклем янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Уға ярашлы, урындарҙа янғынды иҫкәртеү рейдтары уҙғарыла. Иҫкәртеү саралары Өфөлә лә үтте. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажында.
Күп фатирлы йорттар буйлап йөрөү һәм халыҡ менән янғын хәүефһеҙлеге тураһында әңгәмәләшеү - еңел түгел. Йорт хужалары формалы “ҡунаҡ”тарға ишек асмай, һөйләшеүҙән дә баш тарта. Йәнәһе ут менән көрәшеүҙә былай ҙа барыһы ла аңлашыла. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ысынбарлыҡҡа тура килмәй. Ҡышҡы осорҙа йорттар йыш ҡына уттан зыян күрә.
Яңы йыл биҙәүестәре күңелһеҙ осраҡҡа килтемәһен өсөн уларҙы дөрөҫ ҡулланыу зарур. Бер розеткаға бер нисә электр ҡорамалын ҡуйып, электр селтәрен көсөргәнешле эшләтеү тыйыла. Профилактик аңлатыу эштәре тышта ла үтә. Әйткәндәй, Батырҙар урамы 16 йортта йәшәүселәр күмәкләп ихатаны ҡарҙан таҙартыуға ҡушылған. Был да янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итә.
Башҡортостан Ғәҙәттән тыш комиссияһы ултырышында хәбәр ителеүсенсә, яңы йылдың тәүге өс көнөндә республикала дүрт янғын теркәлгән. Унда биш кешенең ғүмере өҙөлгән. Йорттарҙың береһендә лә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма булмаған.
Йыш ҡына ашығыс медицина хеҙмәткәрҙәре килгәнсе, ваҡиға шаһиттарына беренсе ярҙам күрһәтергә тура килә. Ул саҡта иң мөһиме - юғалып ҡалмаҫҡа. Ошоно күҙ уңында тотоп, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң «Мир» сауҙа үҙәгендә беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса сара үткәрҙе. Унда ҡатнашҡан һәр кем яһалма тын алдырыу, йөрәккә массаж яһау серҙәренә төшөндө.
Өс көн эсендә ут менән көрәшеүселәр 4 меңдән ашыу профилактик рейд ойошторған.
Әлфинә Килдейәрова