Республиканың 16 районынан иң шәп ярыш аттары төп приз өсөн көрәште. Уҡсылар мәргәнлектә генә түгел, тиҙлектә лә көс һынашты. Этномарафон барышын БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова күҙәтте.
Саңғы таяҡһыҙ бер саҡырым ярым ара үтеү, өс сәпкә тигеҙеү һәм иң ҡыҫҡа ваҡыт күрһәтеү. Башҡорт биатлонында ҡатнашыусылар алдында еңел булмаған бурыс тора. Өҫтәүенә, ҡар епшек, трасса саңғыла йөрөү өсөн ҡулайлаштырылмаған.
Тиҙлек, мәргәнлекте талап иткән ярышта ир-егеттәр менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа көс һынаша. Этномарафонда республиканың төрлө төбәктәренән 20-гә яҡын уҡсы ҡатнашты.
Ат ярыштары сағыу тамашанан башланды. Бәйгеселәр тәүҙә жюри ағзаларына иң матур биҙәлгән сана, байрамдың төп ҡунаҡтары -Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ҡатнашлығында йыр-моң менән үрелеп барған Яңы йыл программаһын күрһәтте. Аҙаҡ бәйгеселәр төп приз өсөн ярышты - еңеүсегә бүләккә 100 мең һум аҡса ҡаралған.
Бәйгелә ҡатнашыусылар фестивалгә етди әҙерләнгән, һәр сана байрамса биҙәлгән.
Ағиҙел яры буйын ҡыңғырауҙар сыңы, гармун моңо сорнаны, бәйгеселәр байрамдың иң ҡәҙерле ҡунаҡтары - балаларға онотолмаҫлыҡ тамаша бүләк итте.
Лилиә Мәҡсүтова