Ҡымыҙ бешә, сабыш аттары әҙерләй. Кирәл тауы итәгендә йылҡы малы үрсетеү менән шөғөлләнгән замандашыбыҙ менән БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин осрашты.
Баҫҡан ерендә осҡон сығара, кешнәүе менән тотош өйөрҙө һиҫкәндерә. «Ялҡын» ҡушаматлы айғырға Айгиз Вәлиев айырыуса йылы ҡарашта. Хужаһын ул төрлө бәйгеләрҙә 24 тапҡыр еңеүгә килтергән. Әле лә ярышҡа әҙерлек дауам итә.
Халыҡта Айгиз Вәлиев кеүек ирҙәр тураһында, «ат ене» ҡағылған тиҙәр. Бәләкәйҙән ул йылҡы малын ярата. Һабантуй бәйгеләрендә еңеү яулай. Себерҙә эшләгән сағында ла, хеҙмәт хаҡына тай һатып ала.
Йылҡысының маҡсаты башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү. Был малдар Көньяҡ Урал тәбиғәтенә яҡшы яраҡлашҡан. Тыныс, эшһөйәр һәм хужаһына тоғролоғо менән айырылып тора,- ти Айгиз Вәлиев.
Ҡышҡы осорҙа башҡорт тоҡомло аттар тибендә үткәрә.Үҙҙәренә кәрәкле аҙыҡты улар тәрән ҡар аҫтынан табырға һәләтле. Ерле йылҡы малының был үҙенсәлеге, төп өҫтөнлөгө булып иҫәпләнә.
Рафиҡ Әхмәтшин