Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты ғалимдары ҡаты ужым бойҙайы сығарған

«ЕвроАзия» тип аталған сортҡа әлеге ваҡытта һынау үткәрелә. Әгәр ҙә ул башҡа культураларҙан өҫтөнөрәк тип танылһа, киләсәктә уны республиканың дәүләт реестрына индереү ҡарала. Бөгөн шулай уҡ төбәктә ҡарабойҙай буйынса селекция эше лә туҡтамай. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан институты Рәсәйҙә тәүге урындарҙың береһен биләй. Шуға ҡарамаҫтан төбәк ғалимдарына тынысланырға урын юҡ. Улар башҡа культуралар йүнәлешендә лә эшмәкәрлеген киңәйтергә ниәтләй.

Институттың аналитика лабораторияһы өсөн грант ярҙамында Инфралюм приборы һатып алынған. Уның ярҙамында белгестәр иген һәм мал аҙығы культураларының сифатын тикшерә. Белгестәр әйтеүенсә, сит илдәрҙә юғары баһаланған культураларҙың байтаҡ сорттары Башҡортостан селекцияһы орлоҡтарынан ҡалыша, сөнки урындағы шарттарға бөтөнләй яуап бирмәй.