Был дата Берләшкән Милләттәр ойошмаһы Генераль Ассамблеяһы тарафынан мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр проблемаһына иғтибарҙы арттырыу маҡсатында булдырыла. Тактиль шрифт ярҙамында һуҡыр һәм күреү һәләте насар булғандар уҡырға, яҙырға өйрәнә, шулай уҡ нота грамотаһы менән дә таныша. Сәнғәт донъяһына юл ярыусылар менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Сольфеджио дәресендә һуҡыр һәм күреү һәләте насар булған уҡыусылар тауышты асыу буйынса күнекмәләр яһай. Брайль рельеф-нөктәле системаһы буйынса нота грамотаһын өйрәнеүҙе улар алфавитты тулыһынса үткәс кенә башлаған. Сөнки скрипка асҡысынан башлап барлыҡ аккорд, интервалдар хәреф булараҡ билдәләнә һәм тактиль шрифтта баҫтырыла.
Өфөнөң 28-се коррекция мәктәп-интернатында Нариман Сабитов исемендәге 1-се музыка мәктәбенең филиалы булдырылған. Һуҡыр һәм күреү һәләте насар уҡыусыларҙы сәнғәткә ылыҡтырыу эше инде 55 йыл уңышлы алып барыла. Ошо ваҡыт эсендә республиканан йөҙҙәрсә бала махсус уҡыу/уҡытыу программаһын үткән. Күбеһе профессиональ музыкант булараҡ танылыу алған. Билдәле башҡорт композиторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Салауат Низаметдинов та үҫмер сағында тап ошо белем усағында ҡанаттарын нығытҡан. Тәжрибәле педагогик коллектив билдәләүенсә, мөмкинлектәр сикләнгәндәр 1-се кластан уҡ музыка дәрестәренә йәлеп ителә.
Брайль Азбукаһы ярҙамында сәнғәт донъяһы менән танышыу һөҙөмтәһеҙ үтмәй. Былтыр ноябрҙә музыка мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Өфөнөң иң ҙур сәхнәһендә баш дирижер Дмитрий Крюков етәкселегендә Милли симфоник оркестр менән бергә сығыш яһаны. Баянда оҫта уйнаған Дилара Арыҫланова ла «Ҡанаттарҙы йәйәбеҙ» фестиваленең Гала-концертына саҡырылғайны. Ҡыҙҙың сығышын тамашасылар йылы ҡабул итеп, көслө алҡыштарға күмде.
Педагогтар билдәләүенсә, күреү һәләте насар булған балаларҙы музыка ҡоралында уйнарға өйрәтеү ауыр түгел, тойоу-ишетеү һәләттәре яҡшы үҫешкән. Рамзан Нуретдинов та дүрт йәшенән алып фортепианола шөғөлләнә. Музыка мәктәбендә белем алыу иһә яңы һәләттәрҙе асып, һөнәри яҡтан үҫешергә ярҙам итә.
Брайль Азбукаһы ярҙамында ноталарҙы уҡып, музыка ҡоралын үҙләштереү еңелдән түгел. Ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта оҙайлы процесс. Әйткәндәй, Нариман Сабитов исемендәге 1-се музыка мәктәбе филиалын тамамлаусыларҙың күбеһе Өфө сәнғәт училищеһында уҡыуын дауам итә. Диплом алғандан һуң коррекция мәктәбендәге филиалға эшкә ҡайтыусылар ҙа бар. Үҫеп килгән быуынды сәнғәткә ылыҡтырыу серҙәрен улар үҙ миҫалында яҡшы белә.
Гөлназ Хәйбуллина