Өфө районы Жуков ауылы «Айыҡ ауыл-2023» республика бәйгеһендә ҡатнаша

Район этабында еңеү яулағандар. Айыҡ тормошто һайлаусылар менән БЮТ ижади төркөмө осрашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Жуков ауылы урамына айыҡ тормош яҡлы, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған олоһо-кесеһе йыйылған. Айыҡ итеп Яңы йыл байрамын ҡаршылау сараһына ғаиләләр балаларын да алып килгән. Жуков ауылы ата-әсәләре йәш быуындың да үҙ өлгөһөнә эйәреп cәләмәт һәм физик яҡтан көслө булып үҫеүҙәрен теләй. «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусы ауылда Яңы йыл табынында спиртлы эсемлектәр бөтөнләй булмаясаҡ.

Ҡарһылыу менән Ҡыш бабай мул күстәнәстәр алып килгән. Йыр-бейеү, шиғыр һөйләү конкурстарында әүҙем ҡатнашҡан бер генә бала ла байрамдан күстәнәсһеҙ ҡайтманы. Ауыл урамы уртаһында төрлө милләт вәкилдәренең күмәкләп Яңы йыл байрамын ҡаршылауы берҙәмлек һәм дуҫлыҡ ептәрен нығытыуға булышлыҡ итә.

Жуков ауылында 4800 кеше йәшәй. Ғаиләләр Яңы йылды айыҡ ҡаршылап, бөтә районға үрнәк күрһәтте һәм ауыл халҡы «Айыҡ ауыл» республика конкурсында еңеү яулау өсөн артабан да бар көсөн һаласаҡ.

Гүзәл Борханова