Миномет батареяһы командиры булып хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ менән республика башлығы Донбасҡа барғанында осрашып һөйләшкәйне. Радий Хәбиров «Тор» ҡушаматлы яугирҙың ғаиләһенә барып хәлен белешергә вәғәҙә бирҙе һәм сәләмде еткерҙе. Төбәк етәксеһе ғаиләнең йәшәү шарттары менән ҡыҙыҡһынды , ниндәй ярҙам кәрәклеген һораны.
Радий Хәбиров Красноусолда элекке быяла заводын да ҡараны. 1752 йылда төҙөлгән бинала тәүҙә баҡыр, 1893 йылда быяла иретеү ойошторолған. 2007 йылда продукцияға һорау кәмеү сәбәпле завод ябыла. Әле уның бер өлөшө мәҙәни мираҫ статусында. Республика башлығы етештереү майҙансыҡтарын ҡайтанан тергеҙеү мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды.
Төбәк етәксеһе кондитер һәм он ризыҡтары етештереү предприятиеһының магазинына ла инде. Эшҡыуар Әсҡәт Фәйзуллин Ғафури, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Архангел, Ауырғазы райондарын икмәк һәм кондитер изделиелары менән тәьмин итә. Йыл һайын 800 тоннанан ашыу продукция сығарыла. Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәр һәм эш шарттары менән ҡыҙыҡһынды.