Ҡайһы бер төбәктәрҙә генә юлдарҙың таҙартылмауы арҡаһында өҙөклөктәр бар. Бөгөн республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы яуаплы ойошмалар, коммуналь хужалыҡтар һәм урындағы властар менән ауыр шарттарҙа көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу ҡатмарлыҡтарын өйрәнде.
Сүп-сар ташыусы машина водителдәрен ювелирҙар тиергә лә мөмкин. Бындай техника йәйен дә саҡ йөрөй, ә ҡышын иһә уның менән идара итеү йыһан аппаратына тиңләшә. Рулде әҙ генә дөрөҫ бормаһаң, юл ситендә генә ҡалдырып кителгән автомобилде сыйыуың да ихтимал.
Бындай шарттарҙа сүп-сар сығарыу техникаһы ике-өс сәғәткә һуңлай. Өҫтәүенә халыҡ үҙе лә махсус техника хәрәкәтен тотҡарлай. Контейнер майҙансыҡтарында , ярамаған урындарҙа ҡалдырылған шәхси транспорт эште күпкә ҡатмарлаштыра.
Нисек кенән булмаһын көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыусыларға контейнерҙарға барып етеп фото отчет яһарға кәрәк. Юғиһә таҙартылмаған майҙансыҡтар шундуҡ онлайн яңыртыла барған картала килеп сыға.
Яңы йыл байрамдарында сүп-сар күләме лә бермә -бер арта. Шулай ҙа көнкүреш ҡалдыҡтары сығарыусы төбәк операторҙары эшен тармаҡ ведомствоһында 4-ле билдәһе менән баһаланылар. Был коммуналь хужалыҡтар һәм урындағы властарҙың берҙәм эш итә алыуы һөҙөмтәһе.
Ләкин төбәк операторҙарына тынысланырға иртәрәк. Байрамдар әле дауам итә һәм һауа шарттары ла әле генә үҙгәрергә уйламай. Шәхси транспорт хужалары ғына хәлде бер аҙ яҡшырта ала. Автомобилдәрегеҙҙе ҡайҙа етте шунда ҡалдырып китмәгеҙ, тип үтенә сүп-сар сығарыусылар.
Айнур Кәбиров