Ошо көндәрҙә генә республика ситуация үҙәге 3 мең ярымдан ашыу мөрәжәғәт ҡабул итеп өлгөргән

Тәнәфесһеҙ һәм ялһыҙ. Ошо көндәрҙә генә республика ситуация үҙәге 3 мең ярымдан ашыу мөрәжәғәт ҡабул итеп өлгөргән.

Белгестәр әйтеүенсә, башлыса улар медицина өлкәһенә ҡағыла, халыҡты шулай уҡ мобилизацияға бәйле һорауҙар ҙа ҡыҙыҡһындыра. Ситуация үҙәгенә бушлай 122 берҙәм номеры буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.