Асарбаҡтар өсөн душ инеү, кер йыуыу һәм сәс ҡырҡтырыу мөмкинлектәре бер урында

Өфөлә, йәшәү урыны булмағандарға ярҙам күрһәтеү буйынса республика комплекслы социаль үҙәге базаһында тиҙ хеҙмәттәр блогы асыу планлаштырыла. Бөгөн учреждение 60 койка урынға иҫәпләнгән. Әле үҙәктә 40-лаған кеше йәшәй. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙенең реабилитация программаһы бар. Белгестәр берәүҙәргә документтарын тергеҙергә, икенселәренә эш табырға ярҙам итә.

Кемдеңдер паспорты юғалған, кемгәлер эш табырға, пенсия һәм инвалидлыҡ юлларға, кемделер интернатҡа урынлаштырыға кәрәк. Беҙҙең социаль хеҙмәткәрҙәр уларҙың һәр ҡайһыһы менән айырым программа буйынса эшләй.

Азамат Зиннуров, Республика комплекслы социаль үҙәге етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы