Асҡын районы Упҡанкүл ауылында ғүмер итеүсе берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 5 ғинуарҙа 98 ғүмер байрамын билдәләй. Ауыл аҡһаҡалы Мөхәмәтзыя Әхмәтзакиров республика, район, ауыл советы биләмәһе башлыҡтарының иғтибар үҙәгендә. Дәһшәтле һуғыш юлы үткән яугир үҙ башынан үткәндәрҙе бөгөн дә илһөйәрлек тойғолары менән хәтерләй. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Асҡын районынан Бөйөк Ватан һуғышына 7000 яҡын ир-уҙаман илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан азат итергә юллана.Әммә уларҙың 4500 тиңдәшһеҙ яуҙа башын һала. 2500 генә тыуған яҡтарына ҡайтып, ғаилә ҡорорға насип була. Улар араһында Упҡанкүл ауылынан Мөхәмәтзыя Әхмәтзакиров та була.
Өлкәндәргә баш эйә, тәжрибәһенән һәр ваҡыт фәһем ала асҡындар. «Яҡташлыҡ көсө» зона форумының мәртәбәле ҡунаҡтары райондың иң өлкән кешеһе, 98 йәшлек Бөйөк Ватан Һуғышы ветераны Мөхәмәтзыя Әхмәтзакировтың хәлен белеште, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бүләген тапшырып, изге эшкә фатиха алды.
1945 йылдың 9 майында фашист Германияһы еңелә, әммә Мөхмәтзыя Әхмәтзакировтың һәм уның яуҙаштары алдына илебеҙҙең Көнсығыш сиктәрен нығытыу, Көньяҡ Сахалин, Курил утрауҙарын кире ҡайтарыу бурысы ҡуйыла. Мөхәмәтзыя Әхмәтзакиров дивизияһына Маньчжурия сигендәге сүллек аша 500 саҡрымлыҡ марш-бросокта ҡатнаша. Яугирҙар 40 градуслы эҫелә көнөнә 40 саҡрым юл үтергә тейеш була. Баштан- аяҡ ҡоралланған совет ғәскәрҙәре Маньчжурияла көслө Квантун армияһына, ә Сахалин һәм Курил утрауҙарында миллион 200 меңлек һалдат һәм офицерҙан торған япон ғәскәренә ҡаршы тора. 1945 йылдың 9 авгусында Байкал аръяғы беренсе һәм икенсе алыҫ көнсығыш фронттары һөжүмгә күсә. Хинган аша Мукденде үтеп, 2 сентябрҙә Порт-Артурҙы алалар һәм ошо тарихи урында Икенсе Бөтә донъя һуғышы тамамлана.
Мөхәмәтзыя Әхмәтзакиров 7 йыл буйы хәрби бурысын үтәгәндән һуң, 1952 йылда ғына тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ғаилә ҡора, тормош иптәше менән 5 балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығаралар. Балалары ла алдынғы колхозсылар булған ата-әсәһе өлгөһөндә тәрбиәләнә. 97 йәшлек ветеранды ҡарт көнөндә төпсөк ҡыҙы ҡарай. Сал сәсле ветеранға һуғыш һалған яралар тынғылыҡ бирмәй, шуға ла уның сәләмәтлеге һәр ваҡыт табип күҙәтеүендә.
Гүзәл Борханова