Тәүмаҡсат - боронғо кәсепте популярлаштырыу. Әлегә проект район кимәлендә хуплау тапҡан. Былтыр апрелдә өҫтәмә белем биреү учреждениеһында балалар өсөн кейеҙ баҫыу түңәрәге асылған. Дәрестәр аҙнаһына ике тапҡыр үтә, һүрәт төшөрөү менән аралаш бара.
Балалар халыҡ эпостары, әкиәттәргә таянып етди сюжеттар өҫтөндә эшләй, картиналарҙа республиканың хозур тәбиғәтен сағылдыра. Шулай уҡ тәбиғи материалдан күләмле эштәр - милли аш-һыу өлгөләре, ҡурсаҡтар, төрлө уйынсыҡтар ҙа яһала.
Сәнғәт мәҡтәбендә декоратив-ҡулланма сәнғәт серҙәре менән алтмыш бала ҡыҙыҡһына. Программа дүрт йылға иҫәпләнгән. Уҡыусылар кейеҙ баҫыу буйынса төрлө техникаларҙы үҙләштереп, ижади эштәре менән район, республика кимәлендәге конкурс-күргәҙмәләргә сығасаҡ.