Республика спортсылары әүҙем рәүештә төрлө кимәлдәге ярыштарға әҙерләнә

Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙә, яңы йыл байрамдарына ҡарамаҫтан, спортсыларҙың күнекмәләргә тотоноуы тураһында хәбәр итте. Мәҫәлән, Токиоло үткән Паралимпия уйындары еңеүселәре Илнур Ғарипов менән Богдан Мозговой һәм Паралимпиада призеры Аделина Рәзетдинова бассейнда бер нисә сәғәт ваҡытын уҙғара. Рапирасылар Тимур Сафин менән Аделины Заһиҙуллинаның да үҙ программаһы. Тимур Өфөлә - фехтование мәктәбендә, Аделина - Мәскәүҙә шөғөлләнә.

9 ғинуарҙа Башҡортостанда 17-18 йәшлек егет-ҡыҙҙар араһында биатлон буйынса Рәсәй беренселеге башлана. Февраль башында19-21 йәшлек юниорҙар араһында биатлон буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтә. Параллель рәүештә беҙҙә ирҙәр арһында спорт көрәше буйынса Рәсәй чемпионаты уҙғарасаҡбыҙ, бөтә илдән спортсыларҙы көтәбеҙ, тип белдергән төбәк етәксеһе һәм спорстыларға яңы еңеүҙәр теләгән.