Был осорҙа ҡотҡарыусылар көсөргәнешле эш шарттарына күсә һәм профилактик саралар уҙғара. Бөгөн улар Өфө янында урынлашҡан баҡсасылар ширҡәтендә рейдтар уҙғарҙы.
Сағыу ҡыҙыл төҫтәге янғын һүндереү техникаһы әллә ҡайҙан күренеп тора. Өҫтәүенә ул тауыш көсәйтеү ҡоролмаһынан иҫкәртеп тә бара. Ҡотҡарыусылар өсөн төп маҡсат та шул-иғтибарҙы йәлеп итеү. Сөнки проблеманы хәл итеүгә ҡарағанда уны кисектереү хәйерлерәк. Баҡса йорттары буйлап йөрөп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре таратыу ҙа кемдәрҙеңдер ғүмерен ҡотҡарып ҡалыуы ихтимал.
Бәләкәй бала тәрбиәләгән ғаиләләргә янғынды иҫкәртеү сигнализациялары, яңы йыл бүләктәре лә тапшырҙы. Ҡотҡарыусылар баҡса йорттарында электр сымдары , мейестәр, йылытыу ҡоролмаларын, мунса төҙөклөгөн тикшерҙе.