Бөгөн Ишембайҙа эш башлаған күсмә диагностика үҙәгендә халыҡты Айрат Рәхмәтуллин ҡабул итте

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрынан медицина ярҙамы. Бөгөн Ишембайҙа эш башлаған күсмә диагностика үҙәгендә халыҡты Айрат Рәхмәтуллин да ҡабул итте. Министрҙың эш көнө иртәгә лә ошонда адуам итәсәк. Һөнәре буйынса табип-невролог булған министрлыҡ етәксеһе, вазифаһына билдәләнгәндән бирле тәүгә бындай форматтағы сарала ҡатнаша.

Көн дауамында үҙәккә мөрәжәғәт итеүселәр ревматолог, пульмонолог, эндокринолог кеүек белгестәргә күренә алды. Мобиль медицина комплексы Яңы йыл каникулында өҫтәмә ҡабул итеүҙәр булдырыу өсөн ойошторолған. Быға тиклем тәгәрмәсле комплекс белгестәре Ауырғазы һәм Стәрлебаш районында ла булған.

Айрат Рәхмәтуллин, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры

Был сара республика башлығы ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. Төп маҡсат - төпкөлдәргә сифатлы медицина ярҙамы еткереү. Яңы йыл каникулында беҙҙең коллектив төрлө райондарҙың дауахана шарттары менән танышып, проблемаларҙы асыҡланы. Уларҙы хәл итеү буйынса саралар күрәсәкбеҙ.