Республика йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе. 83-сө йәшендә «Башинформсвязь» йәмғиәтенең элекке етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған элемтәсеһе Салауат Мөхтәр улы Ғайсин арабыҙҙан китте.
Салауат Ғайсин Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә киң билдәле шәхес. Эш дәүерендә ул үҙен һәләтле производство ойштороусыһы, әүҙем парламентарий итеп күрһәтә, тап уның етәксеклегендә республиканың элемтә тармағы яңырыу осоро кисерә. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев мәрхүмдең ғаиләһенең һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашып, уның ҡатыны Тамара Ғайсинаға телеграмма ебәрҙе.
Парламент спикеры Салауат Мөхтәр улының бар көсөн республикаға хеҙмәт итеүгә арнаған тәжрибәле етәксе булыуын билдәләгән һәм «Уның китеүе барыбыҙ өсөн дә оло юғалтыу» тип белдергән. Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә иртәнге сәғәт 10-да Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда, Зәки Вәлиди урамы 40-сы йорт адресы буйынса үтә.