Быйыл «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» туристик проекты 20 мең пенсионерҙы йәлеп итәсәк

Ошо маҡсатта проектты финанслау 48 миллион һумға тиклем арттырыла. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, 2023 йыл бюджетында проект өсөн 10 мең пенсионерға иҫәп тотоп 24 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралһа, ғәмәлдә программала ҡатнашыусыларҙы 20 меңгә еткереп, финанс сығымдарын ике тапҡырға арттырыу тураһында һүҙ бара.

Алдараҡ бындай бурысты Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнәмәһендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡуйғайны. «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы пенсионерҙарға бөтә республика буйлап экскурсияларға йөрөү мөмкинлеге бирә.