Үрге Йәркәй ауылында йәшәүсе йүнсел ғаилә ярымфабрикаттар, икмәк продукцияларын етештерә

Ауыл кибетенән башланған бизнес. Үрге Йәркәй ауылында йәшәүсе йүнсел ғаилә бөгөн ярымфабрикаттар, икмәк продукцияларын етештереүҙе яйға һалған. Дәүләт программаһы ярҙамында Илеш районында күләмле кәсеп-шөғөлдәрен башлап, 30 кешегә эш урынын булдырған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Тәүлегенә мең буханка икмәк. Продукция Илеш районы ауылдарынан тыш, күрше төбәктәргә лә оҙатыла. 12 төр икмәк-булка бешереү цехында ете хеҙмәткәр эшләй.

Ғаилә бизнесына бынан 10 йыл элек нигеҙ һалына. Динар Бәхтизин тормош иптәше Айгөл менән эште ауылдарҙа кибет нөктәһен асыуҙан башлай. Нығынып алғас, эшмәкәрлекте киңәйтергә ҡарар итә. Үрге Йәркәй ауылындағы ике ҡатлы сауҙа комплексын һатып алып, икмәк бешереү цехы менән бергә кафе асыуға өлгәшә.

Бизнесты көйләү менән бергә ғаилә райондың социаль-иҡтисади тармағын да үҫтерә. Бөгөн йүнселдәр 30 эш урынын булдырыуға өлгәшкән. Урындағы хакимиәттең эшҡыуарҙар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү һөҙөмтәһендә район субсидияһын ала. Ул аҡсаға билмән цехы эш башлай. Бөгөн улар дәүләт ярҙамы менән эшҡыуарлыҡты тағы ла киңәйтергә иҫәп тота.

Азат Ғәлиуллин