Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Башҡортостанда йәшәгән православныйҙарҙы Раштыуа байрамы менән ҡотланы.
Республикала төрлө халыҡтар һәм төрлө дин вәкилдәре татыу һәм дуҫ йәшәй, был бик ҙур һәм мөһим байрам. Барығыҙға ла именлек теләйем, тигән төбәк етәксеһе. Радий Хәбиров шулай уҡ байрам алдынан «СПА» ҡунаҡханаһы проекты менән таныштырҙы. Ул Красноусол шифаханаһы ярҙамы менән Шишмә районындағы Евразия күсмә цивилизациялар музейы эргәһендә төҙөлөр тип көтөлә.