Тарих ағышын һаҡлаусылар менән беҙҙең ижади төркөм осрашты. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова реплортажы.
Музей тупһаһы аша ингәс тә уң яҡта Ейәнсурала киптерелгән шифалы үләндәр экспозицияһына юлығаһың. Уларҙы отставкалағы хәрби полковник Ҡасим Сәйетгәрәй улы туплаған. Һәүәҫкәр һунарсы төбәктә осраған йәтсә, һыуһар, ҡама, ыласын, бөркөттәрҙең һөлдәһен ҡатырып, музейға бүләк иткән.
Музей экспонаттары коллекцияһы йылдан-йыл тулыландырыла. Крайҙы өйрәнеүселәр, тарихҡа, этнографияға битараф булмаған эҙәрмән рухлы шәхестәр йорттарында һаҡланған ҡәҙерле ҡомартҡылары менән бүлешә. Башҡорт циркы асылғандан алып эшләгән, Башҡортостандың халыҡ артисы Салауат Йәрмөхәмәтовҡа арналған экспозицияла уның үҙ ҡулдары менән эшләнгән сыбыртҡы-ҡамсыларҙы, ғаилә архивынан һирәк фотһүрәттәр, мәҡәләләрҙе күрәһең.
Ейәнсура Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында үҙенсәлекле эйәр ҙә бар. Был эйәрҙе Башҡортостандың халыҡ артисы Салауат Йәрмөхөмәтов үҙ ҡулдары менән эшләгән. Трюктар яһағанда эйәргә төшкәндә умыртҡа бағанаһына көс төшмәһен, ултырыу йомшаҡ булһын өсөн, ошондай ҡулайлама уйлап тапҡан.
Мәҙәниәт милли проекты аша Рәсәй грантына эйә булыу тарихи материалдарҙы видеопроектор ярҙамында өйрәнергә мөмкинлек бирә. Октябрь революцияһы һәм дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы йыльяҙмаһына араналған материалдар ҙа тарихсылар өсөн ҡәҙерле. Әлегә тарихи хәтерҙе һаҡлаған экспонаттар 1989 йылғы ағас бинала урылашҡан. Әммә киләһе йылда мәҙәни үҙәк төҙөү проекты тормошҡа ашырыу менән, халыҡ көнкүрешен сағылдырған ҡәҙерле ҡомартҡылар 90 квадрат метрлыҡ иркен залда урынлаштырылыр тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова