Радий Хәбиров көслө һалҡындар буйынса халыҡҡа мөрәжәғәт итте

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, аномаль һыуыҡ бер нисә көн дауам итә. Республика Башлығы бөтә ведомстволарға эштәрен ойошторғанда һауа торошон иҫәпкә алырға ҡушты. Халыҡҡа иһә йылыраҡ кейенергә, юлдарҙа һаҡ булырға кәңәш итте. - Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, - тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.