Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡты. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, ҡул эштәре оҫталарын бер командаға ауылда йәшәүсе Эльвира Ғәликәева туплаған. Материалдар менән бағыусыльар ярҙам иткән. Әле мини-артелдә 20 пенсионер буш ваҡыттарында хәрби операция ваҡытында кәрәкле әйберҙәр үреү менән шөғөлләнә. Бер селтәрҙе әҙерләү өсөн 3 көн китә. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, селтәр һәм маскаларға һорау ҙур. Берҙәм логистик үҙәк аша махсус хәрби операция биләмәһенә 8 селтәр һәм халаттар ебәрелгән дә инде. Йәрми ауылы халҡы башланғысына райондың башҡа биләмәләре лә ҡушылған.