Бөгөн парламент рәйесе Константин Толкачев көҙгө сессия осорондағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһап, яҡын киләсәккә бурыстар билдәләне.
Даими нигеҙҙә эшләүсе депутаттар менән осрашыу алдынан республиканың Конституция советы ағзаларына танытмалар тапшырылды. Мәғлүм булыуынса, 1 ғинуарҙан Рәсәй субъекттарында Конституция судтары бөтөрөлдө. Уның урынына яңы орган барлыҡҡа килде. Көҙгө сессияға килгәндә, халыҡ һайланыусылары тарафынан 96 закон проекты тикшерелгән, уларҙың 51-е закон статусына эйә булған.
Көнбайыш илдәрҙең санкцияларына ҡарамаҫтан, беҙҙең сәйәси система һәм иҡтисад үҙ һөҙөмтәлелеген раҫланы, граждандар алдындағы бөтә йөкләмәләр ҙә үтәлде, тине Константин Толкачев. Был айырыуса махсус хәрби операцияла ҡатанашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам күрһәтеүҙә асыҡ күренде. Бурыстарҙы барлағанда, депутаттар парламент-ара хеҙмәттәшлекте, шул иҫәптән Рәсәйҙең яңы төбәктәре менән бәйләнештәрҙе үҫтереү буйынса эште дауам итәсәк. Республиканың иҡтисади ҡеүәтен нығытыу һәм социаль тотороҡлоғон тәьмин итеүгә лә етди иғтибар бүленәсәк.