Өфөнөң мәғариф идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡышҡыһын мәктәптәр өҙлөкһөҙ эшләй. Шул уҡ ваҡытта белем биреү учреждениеларына барыу-бармау мәсьәләһе дөйөм ҡабул ителгән талаптар буйынса хәл ителә. Әйтәйек, 1-4 класс уҡыусылары өсөн 25 градус һыуыҡта дәрес ҡалдырырға мөмкин. 5-9 кластарға - 27, 10-11 класс уҡыусыларына 32 градус һыуыҡта мәктәпкә бармаҫҡа кәңәш ителә. Ошо ваҡытҡа дәрестәр дистанцион рәүештә ойошторола. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика белем усаҡтарында ҡышҡы каникул 11 ғинуарға тиклем дауам итә.