Баш ҡаланың Егор Сазонов урамында теркәлгән янғында 3 кешенең ғүмере өҙөлдө

Уҙған төн сыҡҡан утты һүндереүҙә бөгөн иртәнге сәғәттәргә тиклем дауам итә. Ваҡиға урынында әлегәсә янғын һүндереү хеҙмәте эшләй. Ентекләберәк киләһе яҙмала.

Янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу хеҙмәте ваҡиға урынында төнө буйы эшләй. Ҡотҡарыусылар утты иртәнге сәғәттәрҙә генә һүндереп бөтөүгә өлгәшә. Сатлама һыуыҡта эш ҡоралдары туңа, хатта эшлектән сыға. Урында йылытҡыс пункты ойошторола.

15 фатирҙан торған ике ҡатлы йортта теркәлгән янғын һөҙөмтәһендә 25 кеше урамда тороп ҡала. Өфө ҡала хакимиәте тарафынан халыҡҡа ваҡытлыса тороу пункты тәҡдим ителә. Әммә, күптәр баш тарта.

Янғындың нимәнән сығыуы әлегә билдәһеҙ. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса электр нинияһындағы юғары көсөргәнеш сәбәпсе булыуы ихтимал. Ваҡиға шаһиттары әйтеүенсә, көслө янғын эргә-тирәләге йорттарға ла хәүеф менән янаған.

Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Тәфтиш комитеты органдары тарафынан ике кешенең кәүҙәһе табылыуға бәйле енәйәт эше ҡуҙғатылды. Ваҡиға урынында тикшереү дауам итә. Артабан комплекслы суд экспертизаһы тәғәйенләнәсәк.

Евгений Каневский, Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе өлкән ярҙамсыһы

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы аҙна уртаһына тиклем торасаҡ сатлама һыуыҡтарға бәйле, халыҡты уяу булырға, хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәргә саҡыра. Бигерәк тә электр йылытыу ҡоролмалары, мейес төҙөклөгөнә иғтибарлы булыу мөһим. Ҡыҙғанысҡа, йыл башынан республика биләмәһендә 141 янғын теркәлгән.

Азат Ғәлиуллин