Өфөлә «Ижад - йәшәү стиле» тип аталған йәштәр форумы асылды

Мәғариф проекты сиктәрендә республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған йәштәр презентация күрһәтеп интеллектуаль бәйгелә көс һынашты. Балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған сарала уйындар, викторина, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Заманса проект Башҡортостан башлығы гранты ярҙмында тормошҡа ашырылды.