Йомарт, изге күңелле, ихлас тылсымсы янында республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән 6500 ашыу малай-ҡыҙҙар ҡунаҡта булып өлгөргән.25 декабрҙән Ҡыш Бабай биләмәһендә балалар рәхәтләнеп аралашты, һөнәрҙәрен күрһәтте. Балалар йомаҡтар систе, шиғырҙар һөйләне, хатта теләктәр яҙылған хаттарҙы Ҡыш Бабайға тапшырҙы. Бабай биләмәһендә ҡунаҡта булыусылар сувенирҙарға, дәрләндереү һүҙҙәренә айырыуса ҡыуанған һәм Яңы йылда мәктәптә тик яҡшы билдәләренә генә өлгәшергә һүҙ бирә.
Раштыуа байрамында ла Ҡыш Бабай резиденцияһы балаларҙың шат тауыштарынан шау-гөр килеп торҙо. Малай-ҡыҙҙар биләмәлә Болан менән дә танышты. Ағиҙел йылғаһы ярындағы әкиәт донъяһына эләгеүселәр ҡыҙыҡлы миҙгелдәрҙе фотоһүрәттәрҙә теркәне.