Бөгөн эпик спектаклдең һуңғы көнө. Ул хәйриә сараһы булараҡ ойошторолоп, тамашаға социаль яҡлауға мохтаж ғаиләләр саҡырылды.
Мөғжизә мәҙәниәт усағының фойеһында уҡ башланды. Балаларҙы шыршы янында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, йыл символы, әкиәт геройҙары ҡаршы алды. Кескәйҙәр улар менән бергә уйнай, йырлай, бейей, шыршы тирәләй әйләнә. Ошонда уҡ фото төшөргә лә мөмкин. Ә төп бәүләк филармонияның сәхнәһендә көтә. Ижади колллектив балалар өсөн бай йөкмәткеле, фәһемле һәм тылсымлы әкиәт әҙерләгән. Тамашаның режиссеры-Александр Родионов. Ә ролдәрҙ - барыбыҙға ла билдәле сәхнә оҫталары.
Тамашала Урал батырҙы ла, рус баһадирҙарын да күрергә мөмкин. Уларҙың бөтәһен дә уртаҡ маҡсат берләштерә. Яуызлыҡты, яманлыҡты еңеп ергә Яңы йыл килтереү, мөғжизә, тылсым бүләк итеү. Әммә маҡсатҡа ирешеү өсөн ҡатмарлы һынауҙар, ҡаршылыҡтар аша үтеү мотлаҡ. Төп геройҙар ошо изге бурысты атҡара ла инде. Тамашасылар әйтеүенсә, эпик спектакль өлкәндәрҙе лә, балаларҙы ла битараф ҡалдырмай, бөтәһенә лә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итә.