Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров муниципаль берәмек башлыҡтары менән уҙған кәңәшмәлә белдерҙе. Ул онлайн рәүештә, видеоконференция форматында үтте. Кәңәшмәгә бөтәһе өс һорау сығарылды, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең яңы йыл каникулдарындағы эшмәкәрлеге тикшерелде, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу, йәмәғәт транспорты хеҙмәтләндереүе менән бәйле мәсьәләләр ҡаралды.
Андрей Назаров билдәләүенсә, һуңғы өс йылда республикала пассажирҙар ташыу сифатын яҡшыртыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Даими иғтибар үҙ һөҙөмтәһен бирә, әммә хәл итә торған проблемалар ҙа етерлек.