Был юлы Өфөнөң «Кировец»ы Архангельскиҙың «Водник» клубын ҡабул итте. Асыҡ һауалағы ҡыҙыу уйын барышын БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов күҙәтте.
Үҙ командаһына көс-ҡеүәт биреү өсөн Өфөгә тәүге тапҡыр Архангельскиҙан тиҫтәләгән көйәрмән килгән. Уларҙың яратҡан командаһы туплы хоккей һөйөүселәр өсөн яҡшы таныш. Сөнки «Водник» клубы һәр йылдағыса чемпион исеменә дәғүә итә, ә уның күп кенә уйынсылары Рәсәй йыйылма командаһы ағзалары. Әле лә улар турнир таблицаһының беренсе урынын биләй.
Ә бына Өфөнөң «Кировец» клубы суперлигала беренсе миҙгел генә сығыш яһай. Шайбалы хоккейҙан айырмалы, көйәрмәндәр ҙә күп түгел. Шуға ҡарамаҫтан яҡташтарабыҙ һынатмай, бөгөнгө уйындың тәүге яртыһында ла лидерға ҙур ҡаршлыҡ күрһәтте. Һөҙөмтәлә ҡунаҡтарға бер гол менән генә ҡәнәғәтләнергә тура килде.
Икенсе таймда дәғүәселәр дилбегәне үҙ ҡулдарына алды. Улар хужаларҙың ҡапҡаһына тағы ла 4 туп индерҙе. Шулай итеп уйын «Водник» клубы файҙаһына 5-0 иҫәбе менән тамамланды.
Киләһе турҙы Башҡортостан командаһы 12 ғинуарҙа үткәрә. Был көндө Өфөгә Мурманскиҙың «Мурман» клубы килә. Ике команда ла әлегә 10-шар мәрәй туплаған. Дәғүәселәр турнир таблицаһының 10-11-се урындарын бүлешә.
Илдар Байбулатов