Урындағы белем усағында һәр иртә физик күнекмәләрҙән башлана, спорт секциялары әүҙем эшләй, төрлө ярыштар уҙғарыла.
Түбәнге Ташлы мәктәбе ҙур түгел, ул Ибраһим Абдуллин исемендәге Ерекле урта мәктәбенең филиалы. Бында бөтәһе 56 бала уҡый. Әммә белем усағы спортҡа һөйөүе менән айырылып тора. Дәрестәрҙе физик күнекмәләрҙән башлау, тәнәфестә шашка, шахмат, теннис уйнау, төштән һуң төрлө секцияларҙа шөғөлләнеү, саф һауа аҫтында саңғыла йөрөү - уҡыусылар өсөн ғәҙәти күренеш. Шуға күрә Түбәнге Ташлы уҡыусылары спорт ярыштарында ла һынатмай, алдынғы урындар яулай, район, республика кимәлендә тыуған төйәгенең данын яҡлай.
Мәктәптә уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр өсөн «Сәләмтлек көнө» лә уҙғарыла. Педагогтар әйтеүенсә, спорт менән шөғөлләнгән бала уҡыуҙа ла һынатмай, һаулығы ла ныҡ була. Үҫеп килгән быуынды спортҡа бәләкәй саҡтан уҡ йәлеп итергә, ҡыҙыҡһыныу уятырға кәрәк. Мәктәп коллективы йыл һайын ГТО нормаларын биреү буйынса юғары һөҙөмтә күрһәтә.