Өфөлә яңы аномаль һауа температураһы теркәлде

Уҙған төндә Өфө-Дим метеостанцияһында термометр бағаналары 39 градусҡа тиклем түбәнәйеп, ярты быуат һаҡланған рекордты яңыртты. Социаль селтәрҙәрҙә хатта, термометрҙар 50 градус һыуыҡҡа яҡынайған фотолар таралды. Бындай һауа шарттары беҙҙең көнкүрешебеҙгә лә йоғонто яһамай ҡалманы. Бигерәк тә автоһәүәҫкәрҙәр ҡаршылыҡтарға дусар булды. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.

Екатеринбург ҡалаһынан килгән Елена бында ашнаҡсы ролендә. Сатлама һыуыҡ көндәрҙә уға өс тапҡырға күберәк кешене ашатырға тура килә. Барыһы ла кейем-һалым, йоҡлау урыны, йылы аш-һыу менән тәьмин ителә. Буш ваҡытта телевизор ҡарарға, китап уҡырға мөмкин.

Ваҡытлыса йәшәү пункты Калинин паркында урынлашҡан. Палаткалаларҙа йылытыу ҡоролмаһы ла ҡуйылған. Урамда 30 градустан ашыу һыуыҡ булғанда, был айырыуса талап ителгән ихтыяж.

Сатлама һыуыҡта пунктҡа йылы эҙләп килеүселәр артҡан. Әлеге ваҡытта бында 30-шар кешегә иҫәпләнгән 2 палатка бар. Улар апрелгә тиклем эшләйәсәк. Ваҡытлыса йәшәр өсөн ойошторолған палаткалар бөгөн ҡайһы бер асарбаҡтар өсөн төп йәшәү урынына әйләнгән.

Асарбаҡтар ҡышҡы селләлә йылы эҙләп ваҡытлыса урынлашыу пункттарына ағылһа, ҡайһы бер водителдәр машина аккумуляторҙарын йорттарына индереп йылытырға мәжбүр булды. Бер ниндәй ҙә сара күрмәгәндәр машиналарын тоҡандыра алмай, эшкә һуңланы йәки такси эҙләне. Уның хаҡы ла көтмәгәндә күтәрелде. Әйтәйек, Черниковканан Өфө үҙәгенә барып етеү өсөн 600 һум түләргә кәрәк ине. Һауа шарттары йәмәғәт транспорты хәрәкәтендә лә тотҡарлыҡтар булдырҙы.

Федераль һәм төбәк трассаларҙа ла төрлө ҡатмарлы ваҡиғалар теркәлде. Мәҫәлән, кисә Нуриман районында 4 кеше, шул иҫәптән 2 бала, ултырған машинаның моторы һүнһә, Белорет районында Яр Саллыға китеп барған 39 кешелек пассажир автобусы туҡтап ҡалған. Уның яғыулығы туңғаны билдәле. Юл осраҡтары буйынса мөрәжәғәттәр 112 Система үҙәгенә ҡабул ителә. Һыуыҡ көндәрҙә шылтыратыуҙар артҡан.

Ә Өфө районында бер нисә ауыл утһыҙ һәм йылыһыҙ ҡалды. Мәҫәлән, Осоргин ауылында йәшәүселәр хәбәр итеүенсә, йорт эсендәге температура 5 градусҡаса түбәнәйгән. Светлая ауылында электр үткәргестәр туңып, халыҡ ярты тәүлеккә утһыҙ интеккән. Әле электр тәьминәте тергеҙелгән. Бынан тыш, республика травпунктарына туңыуҙан ярҙам һорап бер нисә кеше мөрәжәғәт иткән. Ҡаты һыуыҡтарға бәйле мәктәп каникулы ла оҙайтылды. Башҡортостан Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белем усаҡтарында өсөнсө сиректе 12 ғинуарҙан башларға тәҡдим ителеүе тураһында белдерҙе. Синоптиктар хәбәр итеүҙәренсә, сатлама һыуыҡтарға тағы бер нисә көн генә түҙергә тура киләсәк.

Ә инде алдағы 3 көндә барыбыҙға ла һаулыҡты хәстәрләп, йылы кейенергә, автомобилдәрҙе ваҡыты менән, айырыуса төнгө сәғәттәрҙә ҡабыҙып йылытып торорға кәңәш ителә.

Рәзхилә Ғиниәтуллина