Белгестәр электр тәьмин итеү ҡоролмаларына зыян килеп граждандар утһыҙ ҡалған осраҡта ярҙам күрһәтеү юлдарын билдәләне. Ҡотҡарыусылар тарафынан йылытыу генераторҙарын һәм кешеләрҙе йөрөтөргә транспорт саралары әҙерләк сафына ҡуйған. Ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән осраҡта ауылдың 147 -се мәктәбендә йылы аш һәм ваҡытлыса йәшәү пунктын ойоштороу күҙаллана. Комиссия ағзалары шул уҡ ваҡытта граждандарға йылытыу ҡоролмаларын файҙаланғанда һаҡ булырға кәңәш итә.