Улар етештергән йорт йыһаздары хатта, импорт тауарҙарын алмаштыра ала, сифат һәм биҙәлеш йәһәтенән дә һис ҡалышмай. Ағастан мөғжизә тыуҙырыусы оҫталар менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова таныштыра.
Марат Әхмәтзыя улы был ҡеүәтле станоктарҙа өҫтәл тояҡтарын шымарта. Деталдәрҙе зауыҡлы формаға килтергәндән һуң, был тояҡтар аш бүлмәһе өсөн тәғәйенләнгән өҫтәлгә нығытыла. Марат Фазлыев Алыҫ Көнсығышта хәрби хеҙмәт юлы үтеп, прапорщик дәрәжәһендә отставкаға сыға. Тыуған ауылына ҡайтып төпләнә. Хаҡлы ялда күңеленә ятҡан шөғөл-ағас эшкәртеү, йорт йыһаздары эшләүгә тотона.
Марат Фазлыев 90-сы йылдарҙан мебель етештерә. Халыҡ кәсебен аш бүлмәһе өсөн ултырғыстан башлай. Өс тиҫтә йыл эсендә ике тиҫтәнән ашыу йорт йыһаздарын: көйәнтә, һандыҡ, кейем элгес, ултырғыстар, өҫтәл, бәүелсәктәр етештерә. Ағас эшенә ауылдашы Ижад Батталовты ла өйрәткән.
Ижад Батталовтың исеме есеменә тап килеп тора.Уның йортонда йорт йыһаздары шкаф менән дивандан башҡалары хужаның күңел йылыһы һалынып, үҙ ҡулдары менән эшләнгән.
Оҫта ҡуллы ижадсы атай нигеҙен зиннәтле йыһаздар менән биҙәлгән әкиәт донъяһына әйләндергән. Шахмат таҡтаһы, ултырғыстар,уйын өсөн фигураларҙы Ижад Ғәләүетдин улы ай ярым эсендә һырлап эшләгән. Гөл вазалары, китаптар өсөн этажерка, төрлө ҙурлыҡтағы комодтар, аш өҫтәле һәм ултырғыстар...Үҙе эшләгән йыһаздарға ул ижади ҡомар, ҡабатланмаҫ деталдәр өҫтәп, ысын сәнғәт әҫәре кимәленә еткереүгә ирешә.
Ижад Батталов әрме хеҙмәтенән һуң Бәләбәй ауыл хужалығы техникумының механика факультетын тамамлай. «Үрнәк» колхозы комсомол ойошмаһын етәкләй. 90 -сы йылдарҙа хужалыҡта механик, һуңынан баш инженер вазифаларын башҡара. Колхоз таралғас, тормош иптәше Земфира Мансур ҡыҙы кәңәшен тотоп, үҙ эшен аса.
Бүздәк районы Сабай ауылында үҙ эшен асҡан ике оҫтаның йыһаздарына ла халыҡта ихтыяж ҙур. Улар хатта, импорт тауарҙарын да алмаштыра ала.
Сабайҙа йәшәүсе ике оҫта ла ағас эшкәртеүҙе яратҡан шөғөл булараҡ башлай. Башта үҙҙәре һәм яҡындары өсөн етештерһәләр, тәжрибә туплағас, зауыҡлы, ныҡлы һәм экологик яҡтан таҙа йыһаз етештереү килем дә килтерә башлай.
Гүзәл Борханова,