Быйыл республикала Дәүләт Йыйылышына һайлау үтә

10 сентябрь Берҙәм тауыш биреү көнө була. “Халыҡ ил һәм республика киләсәген билдәләй. Кандидаттарға юғары талаптар ҡуйыла. Һайлаусылар сәйәси кампанияла әүҙемлек күрһәтеренә ышанам”, тигән фекерҙә Башҡортостан парламенты рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

10 сентябрҙә шулай уҡ район һәм ҡала депутаттары һайлана. Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала  700-ҙән ашыу һайлау кампанияһы үтә, 7 мең самаһы мандат таратыла.