Быйыл февралдә беҙҙең республика делегацияһының Тәһрәнға рәсми сәфәре планлаштырылған. Уның барышында халыҡ-ара бизнес-сәфәр ойоштороу ҡаралған. - Иран беҙҙең республика өсөн өҫтөнлөклө хеҙмәттәшлек йүнәлештәренең береһе. Быйыл унда Башҡортостан вәкиллеген асыу көтөлә -тине Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Маргарита Болычева. Иранға сәфәр барышында Башҡортостандың инвестиция һәм иҡтисади мөмкинлектәре менән таныштырыу, власть һәм бизнес вәкилдәре менән осрашыуҙар ҡаралған.