Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, был һан уҙған йылдың ошо осорондағынан күберәк. Шылтырыусыларҙың күбеһенә янғын һүндереүселәр, полиция, табиптар ярҙамы кәрәк булған. Һалҡындар башланғас ҡотҡарыусылар һәм газ хеҙмәткәрҙәренең эше артҡан. Бындай һауа торошо бөгөн дә һаҡлана, алыҫ сәфәрҙәрҙе кисектерергә кәңәш ителә.