Төбәк етәксеһе белдереүенсә, агрокластер етештереүсенән алып ҡулланыусыға тиклем барыһын бер сылбырға йыя. Аҙыҡ-түлек эшкәртеү сәнәғәт предприятиелары кластерҙың башҡа ҡатнашыусылары етештергән сеймал, материалдар иҫәбенә импорт продукттарынан баш тарта ала. Етештереүселәр федераль субсидиялар һәм льготалы кредиттар алыу мөмкинлегенә эйә, төбәк кимәлендә инвестпроекттарҙы өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индереп, барлыҡ этаптарҙа оҙатып барыу ҡарала. Дөйөм алғанда, был аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә етди аҙым, тип билдәләгән Башҡортостан башлығы.