«Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексында «Урал батыр» ерендә тип аталған байрам саралары уҙҙы

Унда килеүселәр өсөн көн һайын бай ял программаһы ойошторолдо. Былтыр йәй асылған үҙәктә 20 меңдән ашыу турист булған. Музейҙан БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.

Мәмерйәлә йыл әйләнәһенә 7-8 градус йылы һаҡлана. Кеше күпләп инһә, температура күтәрелә, шуның өсөн төпкө залдар туристар өсөн ябыҡ. Тау ҡыуышлығы мониторинг системаһына тоташтырылған - датчиктар - тикшереү ҡорамалдары ҡуйылған. Музей комплексында уның менән танышырға мөмкин.

Был мәмерйәнең карта схемаһы һәм шундағы датчиктарҙан алған мәғлүмәт бер туҡтауһыҙ килә. Ҡайһы залда ниндәй температура, ҡыш һәм йәй көнө, көн оҙононда- бөтә мәғлүмәт ошонда, беҙ уны туристарға ла күрһәтәбеҙ.

Раян Әхмәтйәнов, «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей-комплексының ғилми-тикшеренеү бүлеге мөдире

Үҙәк тереклек хасил булыуҙың бар этаптарын үҙ эсенә ала. Ғалимдар фаразлауынса, мәмерйәләге һүрәттәр 16 -20 мең йыл элек төшөрөлгән.

Бөрйән районы Байғаҙы ауылында йәшәйем, уҡытыусы мин. Йәй асылған сағында килә алманыҡ, әле форсат сыҡты ла ҡарап ҡайтырға булдыҡ. Мәғлүмәт бик күп, бында уҡыусыларымды алып килер инем.

Разалиә Рәхмәтуллина, Турист

Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, боронғо кешеләр һүрәттәрҙе 20 төҫлө буяу менән эшләгән. Музей лабораторияһында хеҙмәткәрҙәр уның 16 төрөн сығарыуға ирешкән. Охра өсөн ҡурсаулыҡтағы һоро һәм ҡыҙыл тимерташтар, һәм аргилит ҡыҙыу мейестә яндырыла. Таш быуат кешеләре онтаҡты ниндәйҙер йәнлек майы менән ҡатыштырғаны билдәле.

Ғалимдар фекеренсә, мәмерйәнең серҙәре әле тулыһынса асылып бөтмәгән. Таш быуат дәүерендә йәшәүселәрҙең мәҙәниәтен өйрәнеү дауам итә.

Рәмилә Исмәғилева