Петровское ҡалаһындағы Миңлеғәле Шайморатов һәм Красный Лучтағы Сафа Хәсәнов исемендәге мәктәптәрҙең сығарылыш класс уҡыусылары республикала һөнәри йүнәлеш курстары үтә. Бөгөн балалар Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ойошторолған дәрестәрҙә, күнекмәләрҙә ҡатнашты.
Ун беренсе класта уҡыуына ҡарамаҫтан, Алексей үҙ ҡалаһынан ары йөрөгәне юҡ. Өфө уның беренсе сәйәхәте тиергә лә мөмкин. Илгәҙәк егет шунда уҡ урындағы тел менән дә ҡыҙыҡһына башлаған. Сәләмләүҙән бигерәк минең өсөн тәү сиратта рәхмәт әйтеү мөһимерәк , ти ул.
Луганск балалары өсөн әле күп нимәләр таныш түгел. Күптәре хатта медиацияны ла музыка ҡоралы тип уйлаған. Өфөгә килгәс кенә улар танышыу, аралашыу, йәмғиәттә үҙ урыныңды табырға ярҙам итеү технологияһының мөһимлеген аңлаған. Был дәрестәрҙе индереүҙе лә ойоштороусылар балаларҙы ҡаршы алғас ҡына кәрәк тип тапҡан.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә донбасс балалары интенсив курстар үтәсәк. Тиҙҙән имтихандар. Ә бит быйыл улар Рәсәй ҡануниәте буйынса һынау тота. Шуға күрә әҙерлек тә тейешле кимәлдә булыуы шарт.
Ләкин сатлама һыуыҡтар каникул программаһына үҙ төҙәтмәләрен индергән. Балаларҙы алдан күҙалланғанса республика райондары, хозур тәбиғәтле урындарына йөрөтмәйәсәктәр. Үҫмерҙәрҙең Башҡортостан менән танышыуы Өфө менән генә сикләнә. Ләкин ҡунаҡтар ҡайғырмай. Тағы бер ҡабат килеү өсөн сәбәп кенә, ти улар.
Айнур Кәбиров