Башҡортостанда алданған өлөшсөләрҙең бөтәһе лә йыл аҙағына тиклем фатир асҡысы аласаҡ

Башҡортостанда төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып алданыусыларҙың бөтәһе лә йыл аҙағына тиклем фатир асҡысы аласаҡ. Был турала бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде. Сарала шулай уҡ «Башҡортостан продукты» проектын тормошҡа ашырыу, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш, уңайлы мөхит тыуҙырыу хаҡында ла барҙы. Йылдың тәүге оператив кәңәшмәһендәге төп темалар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Оҙайлы каникул, сатлама һыуыҡтар - торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн һынау осоро. Һуңғы ике аҙна эсендә Башҡортостанда авариялар һөҙөмтәһендә коммуналь ресурстар 10 тапҡыр өҙөлә. Мәҫәлән, 8 ғинуарҙа, Өфөнөң Дим биҫтәһендә селтәрҙәге етешһеҙлектәр арҡаһында йылы һыу биреү туҡтатыла. Авария эҙемтәләрен бөтөрөү ике көнгә һуҙыла. Шулай уҡ газ, электр тәьминәте менән бәйле өҙөклөктәр ҙә теркәлә. Радий Хәбиров ғәҙҙәттән тыш хәләдр килеп сыҡҡанда дөйөм көс менән хәл итергә ҡушты.

Һуңғы йылдарҙағы төп проблемаларҙың береһе-төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып алданыусыларҙың проблемаһы. Ҡануниәтте камиллаштырыу, эскроу-иҫәптәр асыу был өлкәл мутлашыусыларҙың юҡҡа сығыуына булышлыҡ иттте. Әммә хәҙер электән ҡалған проблемалы йорттарҙы сафҡа индереү бурысы тора. Һөҙөмтә ысынлап та, ҡыуанырлыҡ.

Йыл аҙағына тиклем проблемалы объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу ниәте бар. Сағыштырыу өсөн былтыр йыл башында исемлектә 106 йорт ине, быйыл 39. Йәғни, төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып алданыусыларҙың күбеһе фатир асҡысы алған. Йәки компенсация түләнгән.

Артем Ковшов, Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары

Оператив кәңәшмәлә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау хаҡында ла һүҙ барҙы. Республика башлығы медицина учреждениеларындағы ҡиммәтле ҡоролмаларҙы бар ҡеүәтенә, һөҙөмтәле файҙаланыу бурысын ҡуйҙы.

Быйыл республиканың тағы ла 8 ҡалаһы төҙөкләндереү буйынса федераль гранттарға дәғүә итә. Һуңғы 4 йыл эсендә Башҡортостанда Бөтә Рәсәй конкурсында еңгән 27 проект тормошҡа ашырылған. Был илдәге иң юғары күрһәткестәрҙең береһе. Радий Хәбиров Воскресенский баҡыр иретеү заводының бинаһын һаҡлау буйынса ла тәҡдимдәр индерергә ҡушты. Төбәктә уңышлы ғәмәлгә ашырылған йәнә бер проект- Башҡортостан продукты. Әле ҡатнашыусыларҙың һаны - 669, быйыл уны 20 процентҡа арттырыу күҙаллана.

Оҙайлы яңы йыл каникулдары тамам. Оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, был осорҙағы ялыуҙарҙың төп өлөшө юлдар торошона һәм ҡарҙы таҙартыуға бәйле. Ихаталарҙа ҡар ваҡытында сығарылмау сәбәпле, ашығыс ярҙам хеҙмәттәре үтә алмаған осраҡтар булған. Һуңғы көндәрҙәге сатлама һыуыҡтар менән бәйле Радий Хәбиров юлдарҙы даими таҙартырға ҡушты. Өҙөклөктәр кешеләрҙең туңып үлеүенә килтереүе ихтимал, тине Республика башлығы.

Рәмзиә Кәримова